
🏺 Archeologická lokalita
Баденвайлер мунсалары (курорты)
Römische Badruine Badenweiler
baškirština
Баденвайлер термдары (курорты) — Рим термдары (курорты) хәҙерге Германияның Баденвайлер ҡалаһында урынлашҡан. Был Альп тауҙарының төньяғында хәҙерге көнгә тиклем тулыһынса тиерлек яҡшы һаҡланып ҡалған боронғо Рим мунсаларының береһе. Бында ер аҫтынан сыҡҡан йылы һыу менән ауырыуҙарҙы боронғо замандан алып дауалайҙар. Мунсалағы шифалы һыу менән боронғо римлеләр дауаланған. Артабан Германиянан һәм башҡа илдәрҙән дә был курортҡа бик күп кешеләр йөрөгән, шулар араһында билдәле рус яҙыусылары И. С. Тургенев һәм Ф. М. Достоевский ҙа булған.